Главная     История ДУМ РБ     Видеогалерея     Молодежный отдел     В помощь имаму     Контакты     

События / 06.06.2017

Зәйнулла Рәсүлевтың уҡыусыһы Баязит шәйех

Поделиться новостью



 

  Дағстандағы мәсеттәрҙең береһенә былтыр Баязит шәйех ХӘЙРУЛЛИНдың исеме бирелде. Зәйнулла Рәсүлевтың уҡыусыһы Баязит шәйех тыумышы менән Башҡортостандың Нуриман районы Яңы Күл ауылынан. Милләте башҡорт. Көҙәй ырыуынан.
  Олатаһының шәжәрәһен төҙөүҙә ярҙам итеүҙе һорап бөгөн Ҡоролтайға уның яҡын туғаны (Баязит шәйехтең бер туған ҡустыһының улы) Ғафуан Хәйруллин килде.
  Ғафуан Сәйет улы һөйләүенсә, Баязит бабай, пар аттар егеп, һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң да ауылға йыш ҡайтып йөрөр булған. Шәйех ҡайтҡанында бер туған энеләре Ҡасим менән Таһирҙың йортонда туҡтаған. Унда тирә-яҡтан халыҡ йыйылып, дин әһеленең вәғәзен тыңлаған. Баязит хәҙрәт дини китаптар таратҡан, Ҡөрьән уҡыған. Властар тыйыуға ҡарамаҫтан, бындай йыйылыштар төн уртаһына ҡәҙәр дауам иткән. Дин буйынса тәрән белемле булыуҙан тыш, Баязит шәйехтең халыҡты дауалауы, күрәҙәлек итеүе лә билдәле.
 
  Баязит шәйехтең нәҫеле Ғафуан Хәйруллин менән һөйләшеүҙә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге вәкилдәре Тимур Вәлитов, Әхмәт Фәйзуллин һәм Ҡоролтай аппараты белгестәре ҡатнашты. Баязит шәйех Хәйруллиндың шәжәрәһен төҙөү, исемен тыуған ерендә мәңгеләштереү сараһын күрергә ҡарар ителде.
 



карта сайта
Все права защищены © 2009
Официальный сайт
Духовного управления мусульман Республики Башкортостан
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»