Главная     История ДУМ РБ     Видеогалерея     Молодежный отдел     В помощь имаму     Контакты     

События / 26.09.2017

Өфөлә “Фәхретдин уҡыуҙары” IV Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үткәреү тураһында иғлан ителде

Поделиться новостью

  Рәсәй федерацияһы мосолмандары диниә назараты, Рәсәй мөфтөйҙәре советы, Башҡортостан республикаһы мосолмандарының диниә назараты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Һәм Мәскәү ислам институты 2017 йылдың 14-16 ноябрендә Өфөлә “Мосолман руханиҙарының әҙәп-әхлаҡ һаҡлауҙа һәм ҡөръән гуманизмын раҫлауҙа роле” темаһы буйынса “Фәхретдин уҡыуҙары” IV Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үткәреү тураһында иғлан итә.

  Уҡыуҙар Башҡортостан республикаһы мосолмандарының диниә назаратының 100 йыллығына, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәнең 20 йыллығына арнала һәм БР башлығы ҡарамағындағы дәүләт һәм конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ярҙамында үтә.

  Конференцияла дәүләт хөкүмәте органдары вәкилдәре, дини һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

  Конференция сиктәрендә ойоштораласаҡ пленар һәм секцион ултырыштарҙа түбәндәге мәсьәләләр тураһында фекер алышыу буласаҡ:

  • Р.Фәхретдиновтың мөфтөй һәм ҡазый булараҡ сәйәси боларыш шарттарында мосолман рухи институттар үҫешенә, эске конфессиональ граждандар берҙәмлеген, диндәрҙең үҙ-ара татыулығын һаҡлауҙа индергән өлөшө;
  • Башҡортостан республикаһының диниә назараты, уның республика мосолмандарын тәрбиәләүҙәге тарихи һәм хәҙерге заман роле;
  • Рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм ҡөръән гуманизмын раҫлауҙа имам шәхесе;
  • Диндарҙарҙың хоҡуғын яҡлауҙа, граждандар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ урынлаштырыуҙа мослман диниә назараттарының роле;
  • Рәсәйҙә мослман дине тәғлимәте: хәҙерге һәм үткән заман;
  • Профессиональ мосолман кадрҙар әҙерләүҙә һәм тәрбиәләүҙә актуаль һорауҙар;
  • Экстремизм һәм радикал ҡараштарҙың профилактикаһында мосолман руханиҙарының роле

  Ғөмүмән, конференцияны үткәреү мәсьәләләре ойоштороу комитетының 19 сентябрҙәге ултырышында ҡаралды. Әлегә сараға әҙерлек кимәле тикшерелде. Алдан саҡырыу ҡағыҙҙары эшләп таратыу, концерт номерҙары әҙерләү, тантана залын тәртипкә килтереү һәм башҡа бурыстар билдәләнде. Һәр бурысҡа айырым яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. Конференция үтәсәк көнгә план төҙөлдө: сит ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, “Шератон” ҡунаҡханаһына урынлаштырыу һәм ҡатнашыусыларҙы теркәү, артабан конференцияны асыу, ултырышта ҡатнашыу, китап һәм фильм күргәҙмәләрен ҡарау, киң мәғлүмәт саралары, журналистар менән аралашыу, аҙаҡ төшкө аш ашау, намаҙ уҡыу. Намаҙҙан һуң рәсми тантананы асыу һәм ҙур байрамда катнашыу. Иң һуңынан ойоштороу комитеты исменән тантаналы киске аш ойошторола.



карта сайта
Все права защищены © 2009
Официальный сайт
Духовного управления мусульман Республики Башкортостан
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»