Главная     История ДУМ РБ     Видеогалерея     Молодежный отдел     В помощь имаму     Контакты     

События / 09.10.2017

Һуҡырҙарға – Ҡөрьән китабы

Поделиться новостью

  Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапхана фонды дини китаптар менән байыны. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫлан уларға Брайль системаһы буйынса төҙөлгән изге Ҡөръән китабын һәм башҡа дини баҫмалар бүләк итте. Һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән китаптарҙы артабан да килтереп торорға вәғәҙәләне.

  “Бына беҙ күҙҙәре күрмәгән кешене йәлләйбеҙ. Әммә бер ваҡыт ул Аллаһы тәғәлә хозурына ҡайтасаҡ һәм беҙҙе йәлләйәсәк. Сөнки Хоҙай биргән күреү ниғмәте менән беҙ дөрөҫ файҙаландыҡмы, юҡмы, яуап тотасаҡбыҙ.”, – тине Айнур Арыҫлан үҙенең сығышында.

  Сара һуңында китапхана буйлап экскурсия ойошторолдо. Киләсәктә Диниә назараты менән һуҡырҙар өсөн махсус китапхана араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында фекерҙәр яңғыраны, изгелек нурын бергә таратырға тигән ниәт ҡуйылды.

 



карта сайта
Все права защищены © 2009
Официальный сайт
Духовного управления мусульман Республики Башкортостан
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»