Главная     История ДУМ РБ     Видеогалерея     Молодежный отдел     В помощь имаму     Контакты     

События / 24.10.2017

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында “Ғәмәл” кадрҙар агентлығы асылды

Поделиться новостью

  Хәҙер Башҡортостан Республикаһының мосолман йәштәре араһында эшһеҙлек ҙур мәсьәлә булып тора.

  Ошо бурысты үтәү маҡсатында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең тәүге урынбаҫары Айнур Нурғәли улы Арыҫлановтың ҡарары буйынса йәштәр бүлегендә мосолмандарға һәм әҙ тәьмин ителгән граждандарға ярҙам итеү өсөн “Ғәмәл” кадрҙар агентлығы асылды. Ул мосолмандар өсөн генә түгел, мохтаждарға, инвалидттарға, күп балалы ғаиләләргә, студенттарға, йәштәргә һ.б. тәғәйенләнә.

  “Ғәмәл” أمل (ғәрәпсә) – “өмөт, хеҙмәт, эш”.

  Агентлыҡтың бурысы –мөрәжәғәт итеүсенең белемен, практикаһын, мөмкинлеген күҙ уңында тотоп эш урындары булдырыу. Тәүге аҙым булып анкета тултырыу, эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр менән шәхси танышып эш урындарына йүнәлтеү тора. Әлеге ваҡытта беҙҙең агентлыҡ эшҡыуарҙар берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итә.

  Теләүселәргә эштәр Республика эсендә генә түгел, бөтә Рәсәй буйынса тәҡдим ителәсәк. Киләсәктә “Ғәмәл” кадрҙар агентлығы Республиканың һәр район үҙәгендә һәм ҡалаларында эшмәкәрлек алып барған Йәштәр бүлегендә асыласаҡ.

  Әгәр ҙә һеҙгә эш эҙләүҙә ярҙам кәрәк икән Чернышевский урамы, 103 адресы буйынса килеп мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдән https://vk.com/modum_amal һәм 8 (905) 309-26-26 телефон һандарына шылтыратып белергә мөмкин.



карта сайта
Все права защищены © 2009
Официальный сайт
Духовного управления мусульман Республики Башкортостан
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»