Главная     История ДУМ РБ     Видеогалерея     Молодежный отдел     В помощь имаму     Контакты     

События / 11.12.2017

Мәсетле районында волейболистар ярышты

Поделиться новостью

  Башҡортостан республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арҫлан ҡушыуы буйынса, йәштәр бүлеге Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылына эш сәфәре менән барып ҡайтты. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратына 100 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Диниә назараты һәм Мәсетле районы администрацияһы волейбол буйынса ярыш ойоштоҙо. Бында 6 команда үҙ-ара көс һынашты, ҡатнашыусылар һаны 50 кешене тәшкил итте.

  Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Мәсетле районы имам-мухтасибы Азамат хәҙрәт, Мәсетле районы администрацияһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Илнур Валиев, Башҡортостан Диниә назараты йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ислам Байғужин мөрәжәғәт иттеләр.

  Волейбол уйыны барышында барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар мәсеткә барып өйлә намаҙын уҡыны, унан һуң аш табынына ултырҙы. Мосолмандар тәмле аштар менән һыйланған арала Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ислам Байғужин халыҡты йәштәр бүлеге эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙы. Аҙаҡ волейбол уйындары дауам итте.

  Шулай итеп, урындар түбәндәгесә билдәләнде:

  1-се урын – Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы командаһы;

  2-се урын – урындағы Оло Ыҡтамаҡ мосолман дини ойошмаһы командаһы;

  3-сө урын – Һабанаҡ ауылы командаһы;

  4-се урын – Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы командаһы;

  5-се урын – Оло Ыҡтамаҡ ауылы командаһы;

  6-сы урын – Салауат районы командаһы;

  Ярышта еңеүсе командалар һәм призерҙар күсмә кубок, миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнде.

 
 



карта сайта
Все права защищены © 2009
Официальный сайт
Духовного управления мусульман Республики Башкортостан
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»