Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тормошобоҙға, халҡыбыҙға ниндәй йоғонто яһағаны — шуның тураһында Башҡортостан Мөфтөйө Айнур Хәҙрәт Биргалин иртәнге «Сәләм» тапшырыуында һөйләне.
Динебеҙ шарттарының береһе — Аллаһтың пәйғәмбәренә ышыныу һәм уны өлгө итеп алыу.
«Ҡайҙа ҡараһаң, Пәйғәмбәребеҙҙең тәьҫирен күрәбеҙ. Матур ҡала-ауылдарыбыҙҙа — төҙөлгән мәсеттәр, йәмғиәттә — үҙ ара мөғәмәлә һәм әхлаҡ ҡағиҙәләре, ғәиләлә — хәләл ефетеңә, балаларға мөнәсәбәт. Халҡыбыҙҙың бөтөн ҡиммәттәре пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә нигеҙләнгән. Шуға ла уны белер кәрәк. Һәм әлеге челлендж — тап шуның өсөн», — тине Айнур хәҙрәт.
Челлендж Раби’уль Әүүәл айының аҙағына хэҙәре дауам итәсәк. Әүҙем ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр күрелгән.