Ислам
Бөтә донъя яулыҡ көнөнә арнап. Башҡорттарҙа яулыҡ әһәмиәте
Опубликовано
3 года назадв
By
Editor
Халҡыбыҙҙағы яулыҡтың әһәммиәте әлбиттә, динебеҙҙән килә. «Нур» сүрәһенең 31-се аятында шулай тигән:
Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡла-һындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) баш¬ҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр.
«Зиннәт» тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнәләр ята. Биҙәнеү әйберҙәре лә, сөрмә тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡтарҙан юғары беләктәр ҙә, итәктәрҙән юғары балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен, енси телә¬ген ҡоторта. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннәтен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш»)
Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрәктәрен ҡап¬лап торһон. Зиннәт урындарын үҙ ирҙәренән, үҙ аталарынан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙәренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан башҡа кешеләргә ҡатын-ҡыҙ зиннәтле урындарын күрһәтмәҫкә, асмаҫҡа тейеш. Йәшерелгән зиннәттәре беленһен, күренһен тип, (ирҙәрҙең иғтибарын тартыр¬ҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Әй, мөьминәләр, барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йәннәткә) ирешерһегеҙ.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Селтәр башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе,фольклорсы Гөлгөнә Баймурзина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Яулыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙ тормошонда оло урын биләй. Ул — мосолман ҡатын-ҡыҙының тажы. Иманлылыҡ, тәртип һәм тәүәкәллек билдәһе, һаҡлаусы ҡалҡан булып тора.
Башҡорттарҙа яулыҡтың киң йәйелгәне уның төрҙәренән, атамаларынан һәм аксессуарҙарынан да күреп була: алҡа яулыҡ, ҡушъяулыҡ, балҙы яулыҡ, бот, таҫтарҙы ла яулыҡ тигәндә булалыр, яулыҡҡа килештерелгән төрлө аксессуарҙар, биҙәүҙәрҙең дә «һаҡалдырыҡ», «ҡолаҡсыҡ» һымаҡ үҙенсәлекле исемдәре бар.
Күбеһенең боронғо исемдәре халҡыбыҙҙың көнсығыш диалекттарында һаҡланған һәм һаман да тотонола — әлеге Ҡонашаҡ, Арғаяш, Силәбе, Курган башҡорттарында.
Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә яулыҡты бәйләп йөрөгәндәр. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә — сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә тигәндәр. Һәм киреһенсә — яулыҡ ябынғандар зәһмәттән һәм шайтандан һаҡланыр тигәндәр. Хәтижә бин Хувайлид менән Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең фәрештә осрашыуы хәҙисәһен дә миҫал килтерәләр.
Дөйөм алғанда, әлбиттә, яулыҡ һәр бер диндә, культурала ошондай «ҡатын-ҡыҙ ҡалҡаны», әҙәпте һаҡлаусы ролен биләй.
Беҙҙең һалҡын климатта иң популяр яулыҡ төрө булып шәлде әйтеп була. Башҡорт шәле – затлы бүләк. Ул тик Башҡортостанда ғына барлыҡҡа килгән, әммә даны алыҫтарға таралған хазина. Кәзә дебетенән бәйләнгән күпереп торған йомшаҡ, йылы шәл республиканың бренды тип аталыуға хоҡуҡлы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратып ябынған яулыҡ төрө — «француз яулыҡ». Халҡыбыҙҙа 19-сы быуатта киң таралған был кейем элементы Наполеон яуҙарынан һуң популяр булып киткән. Башҡорт яугирҙәре үҙҙәренең әсәһе-һеңлеһе, һөйгән йәрҙәренә ҡәҙерләп бүләк иткәндәр. Шул осорҙан алып был яулыҡ милли кейемебеҙҙең бер өлөшө булып китте.
Яулыҡ менән халҡыбыҙҙың күп йолалары, уйындары бәйле. Йәштәр араһында «Йәшерәм яулыҡ», «Яулыҡ осоро», «Яулыҡ йүгертеү», «Лыбыр-лыбыр» уйындары билдәле.
Туй йолаларында ла яулыҡ төп урын биләй. Туйға барған сананың дуғаһында бер яғында таҫтамал, икенсе яғында иһә яулыҡ бәйләнгән булған.
«Килен һөйөү» йолаһында киленде ҡаршылап тәү бүләк ҡәйнәһенән бер шәл була торған, кейәүҙең еңгәйҙәре һәм апайҙары ла яңы туғандың яурынына шәл, ебәк һәки француз яулыҡ ябындыралар. Ябындырған саҡта ла киленгә «хуш килдең» тип матур теләк теләйҙәр. «Йыуаса» йолаһында ла һыйлаған саҡта булған ҡоҙағой-ҡоҙасаларға яулыҡ бүләк иткәндәр.
Урал Аръяғында йортҡа беренсе тапҡыр ҡунаҡ булып килгән ҡатын-ҡыҙ затына ла яулыҡ бүләк иткәндәр. Ниндәй генә бәләкәй ҡыҙ килә икән — уны буш сығармағандар. Һәм бында ла яулыҡ — оло бүләк булып торған.
Егет менән ҡыҙ араһындағы тоғролоҡ билдәһе лә булған яулыҡ.
Тоғролоҡто һәм ғәилә ҡороу ниәтен күрһәтеү маҡсаты менән егет ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән.
Мөхәмәтша Бурангулов быны «ҡыҙ күҙләү» йолаһында әйтеп сыҡҡан: егет күңеленә ятҡан ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән, әгәр ҙә ҡыҙ ҙа егетте оҡшатып кейәүгә сығырға риза булһа — ул бүләк яулыҡты ҡабул иткән.
Шулай итеп яулыҡ ныҡлы ғәиләнең башланыуына ла сәбәп булған.
Яулыҡ — ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының статусын, дәрәжәһен белдергән элемент.
Силәбе, Арғаяш һәм Курган башҡорттарында ҡушъяулыҡ кейәүгә сыҡҡан ҡатындың статусын билдәләгән. Ул ике яулыҡты бергә тегеп ситтәрен позумент, ваҡ тәңкәләр, мәрйен менән биҙәгәндәр.
Урал Аръяғында кейәүҙә булыуҙың билдәһе — ҡашмау. Ҡашмау аҫтына ла яулыҡ кейгәндәр.
Яулыҡты ябыныу тәртиптәре
Йәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынған булһалар, өлкән йәшкә еткәндәр, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты алдан яҙып кейгәндәр, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар.
Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар таҫтар кейгән. Таҫтар — башҡорттарҙа олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡал йәки башҡа кизе-мамыҡ туҡыма. Ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләгән таҫтар ябынғандар.
Таҫтар яулыҡтан ҙурыраҡ, оҙонса булған. Таҫтарҙы маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма – һарауыс менән бергә ябыныр булғандар.
Көнсығыш башҡорттарындағы таҫтарҙарҙың оҙонлоғо борон өс метрға тиклем булған. Урта һәм көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ике метр оҙонлоҡтағы ситса туҡыманан эшләгәндәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында был баш кейеме ҡыйыҡса тип аталған. Ул өсмөйөш рәүешендә булған.
Халҡыбыҙҙағы бындай яулыҡтың әһәммиәте әлбиттә, динебеҙҙән килә. «Нур» сүрәһенең 31-се аятында шулай тигән:
Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡла-һындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) баш¬ҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр.
«Зиннәт» тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнәләр ята. Биҙәнеү әйберҙәре лә, сөрмә тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡтарҙан юғары беләктәр ҙә, итәктәрҙән юғары балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен, енси телә¬ген ҡоторта. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннәтен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш»)
Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрәктәрен ҡап¬лап торһон. Зиннәт урындарын үҙ ирҙәренән, үҙ аталарынан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙәренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан башҡа кешеләргә ҡатын-ҡыҙ зиннәтле урындарын күрһәтмәҫкә, асмаҫҡа тейеш. Йәшерелгән зиннәттәре беленһен, күренһен тип, (ирҙәрҙең иғтибарын тартыр¬ҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Әй, мөьминәләр, барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йәннәткә) ирешерһегеҙ.
Хадис дня
Передают со слов Абу Хурайры (да будет доволен им Аллах) что Пророк (да благословит его Аллах и приветствует) сказал: «Пекущийся о вдове и неимущем подобен сражающемуся на пути Аллаха или тому, кто молится (все) ночи напролёт и (постоянно) постится днём».