Мы в соцсетях

Рамадан

Бергәләп үткәрелгән ифтар

Опубликовано

в

Изге Рамаҙан айы бара һәм районыбыҙ мәсеттәрендә, мосолман ҡәрҙәштәр өйҙәрендә ифтар аштары уҙғара. Был — бик күркәм һәм сауаплы ғәмәл.
Йылайыр районың Йылайыр ауылы «Венер» исемендәге мәсеттә бик күркәм сара үтте. Ойоштороусылар һөйләүенсә, мәсеткә даими йөрөгән ҡәрҙәштәр ифтарға ауылдын абруйлы өлкәндәрен саҡырып, матур мәжлес үткәргәндәр. Был сара Башҡортостан республикаһы мосолмандарының Диниә назараты иғлан иткән «Намаҙҙы бер көндә өйрәнеү» исемле программаға ярашлы ойошторолған.

Осрашыу мәлендә өлкәндәрҙе мәсеттен эшмәкәрлеге менән таныштырып сыҡҡас, алдағы маҡсаттар тураһында ла әйтелде. Алдағы ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн мәсет эргәһендә йәмәғәт ойошмаларын төҙөү тураһында тәҡдим булды. Ошо ифтарҙа ҡатнашҡан оло йәштәгеләр араһынан «Венер» исемендәге мәсет эргәһендә аҡһаҡалдар ҡоро ойошторолдо һәм биш кешенән торған ҡор һайланды. Был ойошма оло йәштәгеләр һәм шулай уҡ йәштәр араһында тәрбиә эшен алып барасаҡ. Уларҙың халыҡ менән эшләүҙә булған тәжрибәләре күркәм динебеҙҙе таратыуға һәм өйрәтеүгә ҙур өлөш индерер.
Уларҙың тормош тәжрибәһе мәсеттен хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итер.

«Ин шаа Аллаһ мәсеттен алдағы көндәрҙә ауылдын оло ҡатын ҡыҙҙарын йыйып мәсет эргәһендә ағинәйҙәр ойошмаһын һәм шулай уҡ йәштәрҙе йыйып йәштәр Советын ойошторорға тигән эш планы бар», — тип бүлешә ойоштороусылар. Күркәм динебеҙ тураһында вәғәз һөйләп үтелде. Намаҙ уҡыу буйынса әйтелеп, килгәндәргә намаҙ уҡыу тәртибен өйрәткән плакаттар таратылды. Шулай уҡ ошондай сара Юлдыбай ауылы мәсетендә балалар өсөн ойошторолған.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Абдуллах ибн Аби Хамса сказал: «Мы заключили сделку с Пророком (мир ему и благословение Аллаха) до его пророчества, и на мне оставалась часть долга. Я обещал принести её в определенное место, но забыл об этом. Через три дня, когда вспомнил об этом, я отправился в то самое место и нашёл Пророка в ожидании меня». Тогда Посланник Аллаха (мир ему и благословение Аллаха) сказал: «О молодой человек, ты обременил меня. Я жду тебя уже третий день»

— Абу Дауд, 4996
Advertisement

В тренде