Мы в соцсетях

Ислам

Дини әҙәбиәткә бағышланған түңәрәк өҫтәл үтте

Опубликовано

в

20 октябрь көндө Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты тарафынан ойошторолған “Башҡортса дини әҙәбиәттең хәҙерге торошо һәм киләсәге” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, сара Zoom платформаһы нигеҙендә онлайн рәүештә булды.

Түңәрәк өҫтәлдә Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин, “Китап” нәшриәтенең генераль директоры Илһам Йәндәүләтов, нәшриәттең баш редакторы Зөлфиә Ҡарабаева, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәренең, “Ағиҙел” журналының мөхәррирҙәре ҡатнашты.

Мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин билдәләүенсә, башҡорт телендә дини әҙәбиәткә халҡыбыҙҙа көндән-көн ихтыяж арта. Шуға күрә лә назаратта башҡортса дини материалдар әҙерләнә. Әлеге көндә башҡорт телендә “Пәйғәмбәрҙәр тарихы” һәм “Дини йолалар” исемле йыйынтыҡтар баҫмаға әҙерләнә, бер йылдан ашыу “Диәнәт” журналы сығарыла.

Шулай уҡ Айнур хәҙрәт гәзит-журналдарҙа дини материалдар баҫтырыу мәсьәләһенә лә ҡағылды. Ул баҫмаларҙа дин менән бәйле ҡыҙыҡлы тарихи материалдар баҫырға саҡырҙы.

Шулай уҡ Айнур хәҙрәт: «Бер нисә тиҫтә йыл элек күпселек гәзит-журнал биттәрендә ҡырҡып алып китапсыҡҡа йыйыла торған намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре күптәрҙең был ғибәҙәткә өйрәнеүенә сәбәп булған ине. Ошондай уҡ материалдарҙы әлеге көндә лә баҫтырыу бик тә ҙур эш булыр ине,» –тип белдерҙе.
Илһам Йәндәүләтов дини материалдарҙы “Китап” нәшриәтендә баҫыу һәм нәшриәт магазиндары аша һатыу мөмкинлеге барлығын билдәләп үтте. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә бындай түңәрәк өҫтәлдең бик әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Шулай уҡ башҡорт телендә дини стиль һәм дини терминдарҙы дөрөҫ ҡулланыу мәсьәләһенә арналған тағы ла бер сара үткәреү кәрәклеге тураһында әйтелде.


Прошел круглый стол, посвященный религиозной литературе.

20 октября прошел круглый стол «Башкирская религиозная литература сегодня и его перспективы», организованный Духовным управлением мусульман Республики Башкортостан. В связи с эпидемиологической ситуацией, мероприятие состоялось в онлайн формате.
Участие в круглом столе принимали муфтий Республики Башкортостан Айнур хазрат Биргалин, генеральный директор издательства «Китап» Ильгам Яндавлетов, главный редактор издательства Зульфия Карабаева, главный редактор журнала «Аманат» Сальман Ярмуллин, главный редактор журнала «Башҡортостан ҡыҙы» Гульназ Кутуева, а также редакторы газет «Йәшлек», «Йәншишмә» и журнала «Ағиҙел».

Как отметил муфтий Айнур хазрат Биргалин, потребность населения в религиозной литературе на башкирском языке с каждым днем растет. И поэтому духовное управление занимается подготовкой религиозных материалов. На сегодняшний день на башкирском языке готовятся к печати сборники «Пәйғәмбәрҙәр тарихы»(История пророков) и «Дини йолалар»(Религиозные обычаи), и уже больше года выпускается журнал «Диәнәт». Также муфтий затронул тему печати в газетах и журналах религиозного материала и призвал публиковать интересные истории, связанные с религией.

«Пару десятилетий назад на страницах газет и журналов выпускались правила совершения намаза, которые можно было вырезать и собрать в одну книжку. Эти книжки в последующем стали причиной становления на намаз многих людей. Публикация такого материала и в наше время было бы очень хорошим делом». — сказал муфтий Айнур хазрат Биргалин.

Ильгам Яндавлетов рассказал о возможности печати религиозной литературы в издательстве «Китап» и продажу через магазины издательства.

Все участники встречи высказали мнение, что любые публикации, связанные с религией, должны согласовываться с духовным управлением. Также все отметили, что сейчас существует острая потребность населения в религиозной литературе на башкирском языке, литература на актуальные темы очень быстро раскупается. Было принято решение общими усилиями закрыть эту брешь, так как это будет плодотворно влиять на воспитание правильного религиозного сознания у местного населения.

Участники круглого стала взяли на заметку, что такого рода мероприятия очень важны. И прозвучало предложение провести ещё одно мероприятие, посвященное правильному использованию религиозного стиля и терминологии.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Сообщается от ’Укъбы, что пророк, мир ему и благословение Аллаха, сказал: «Мусульманин мусульманину брат, и не дозволяется мусульманину продавать своему брату вещь, в которой есть недостаток, если он не указал на него»

— Ибн Маджах 2/755
Advertisement

В тренде