Мы в соцсетях

Новости

Ермолаеволағы Рамаҙан мәсетендә район имамдарының форумы тамамланды.

Опубликовано

в

Яңы ғына Ермолаеволағы Рамаҙан мәсетендә район имамдарының форумы тамамланды. Ялған араҡы һатыуға ҡаршы көрәш темаһы буйынса һөйләшергә ундан артыҡ дин әһеле килгән. Мәсеткә килеп кергәс тә, бешкән тәмле ит еҫтәре танауҙы ҡытыҡланы, тик бында килгәндәрҙә әлегә ашау ҡайғыһы юҡ ине — халыҡ ныҡ эсә, ауылдарҙа араҡы, көмөшкә һатыусылар күп — ҡалайтырға? Хакимиәттән Ләйсән Нуриәхмәтова, мәғлүмәт бүлеге начальнигы, шәхси мәсеттәр булырға тейеш түгел, тине (беҙҙә ҡайһы берәүҙәр тота ла, давай мәсет һалайым тип эшкә тотона, улай ярамай, тейешле ерҙән рөхсәт кәрәк), тыйылған китаптарҙан ҡотолоғоҙ, былтыр, ана, ике мәсеттә таптылар, юғиһә, тип сығыш яһаны. Районда ике ауылда рәсми мулла юҡ, унда әле улай-былай намаҙ уҡып йөрөгәндәрҙе рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк, һәм, ғөмүмән, күп имамдарҙың Диниә назаратынан бирелгән рөхсәт ҡағыҙҙарының срогы үтеп бара, кемһенеңдер срогы күптән сыҡҡан, был эште лә башҡарып ҡуйырға кәрәк берәй көн күмәкләшеп автобусҡа тейәлергә лә Өфөгә барырға..
Араҡының нимә аңлатыуы хаҡында Азат Хәлилов апаруҡ ҡына лекция уҡып ташланы. Абдул, Мәмбәтҡол, Тимербай, Яҡуп имамдары ҡыҙыу ғына телмәр тотто. Элек совет заманында тәртип бар ине, эстениһәң, шунда уҡ ҡаты яза көттө. Участковый ҙа шәп эшләне, хәҙерге кеүек НИВАла йөрөмәне, атта йөрөнө, шулай ҙа һәр ауылға барып етә ине, әле бына беҙ кем участковый икәнен дә белмәйбеҙ. Араҡы һатыусыларға ҡарата законды строгийыраҡ итергә кәрәк, эләкте икән, ярты миллион һум штраф сәпәргә. Беҙ вәғәз һөйләйбеҙ ул, тик кешегә барып етәме икән? Араҡы һатыу-сығарыуҙы, совет осорондағы һымаҡ, дәүләт монополияһына бирергә кәрәк, шунда тәртип тә булыр ине. Беҙҙән генә тормай шул, араҡы һатҡандың өйҙәренә барып әрләшеп тә йөрөй алмайбыҙ, һәр эштә лә дәүләтһеҙ булмай.

Источник


Читать дальше
1 Комментарий

1 Комментарий

  1. Файрушина Альфия

    25.10.2022 at 17:27

    Почему у меня намазы не показывает на моей строчки

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Абу Зарр (да будет доволен им Аллах) обратился к Досточтимому Пророку (мир ему) со словами: «О Посланник Аллаха, не назначишь ли ты меня править чем-либо?», — он же ударил меня рукой по плечу, а потом сказал: «О Абу Зарр, поистине, ты слаб, а власть представляет собой нечто, доверенное человеку (аманат), и в День воскресения она обернётся позором и сожалением для любого за исключением тех, кто получит её по праву и выполнит то, что ему как правителю положено будет делать».

— Ахмад
Advertisement
Ислам2 недели назад

12 – 15 сентября 2023 года в Санкт-Петербурге состоялся II Петербургский международный религиозный форум на тему: «Религиозные ценности в современном мире»

Ислам3 недели назад

Имамы ДУМ РБ проголосовали на выборах

Ислам3 недели назад

Духовное управление мусульман Республики Башкортостан завершило реализацию проекта «Гражданская идентичность мусульман – выборы в Исламе»

Ислам3 недели назад

Ахмад Аль-Шейх. Полпред Аль-Азхара про участие мусульман в выборах в России

Ислам4 недели назад

В Москве состоялась Всероссийская научно-практическая конференция «Современные вызовы традиционным ценностям»

Ислам4 недели назад

1 и 2 сентября 2023 года, в городе Уфа, Духовное управление мусульман Республики Башкортостан продолжило реализацию проекта «Гражданская идентичность мусульман – выборы в Исламе»

В тренде