Шәриғәт ҡанундары буйынса эшләйәсәк финанс ойошма тәүге клиенттарын яҡын арала хеҙмәтләндерә башлай.
Ошо турала «Башҡортостан 24» муниципаль каналының «Өфө ваҡыты» тапшырыуында республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдерҙе. Рәсәйҙең иң ҙур банктары тарафынан иғлан ителгән пилот программаһына илдең 4 субьекты: Татарстан, Дағстан, Чечня һәм Башҡортостан алынды. Ислам банкы иһә башҡа мосолман дәүләттәрендәге ошондай финанс ойошмалар ҡағиҙәһендә халыҡты хеҙмәтләндерә. Иң мөһиме, кредит һәм ипотека өсөн проценттар кимәле. Банктар ҡулланыусыларға өҫтәмә проценттар ҡуймай. Айнур Бирғәлин шулай уҡ Башҡортостанда айырым муниципаль биләмәлә шәриғәт ҡанундары буйынса эш алып барыласағын иғлан итте.
Программала Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете тураһында ла һүҙ булды. «Иман йортон төҙөү иғтибарҙан ситтә түгел.» — тине мөфтөй Айнур Бирғәлин.