Мы в соцсетях

Ислам

Өфө районы Миловка ауылында балалар өсөн Ураҙа байрамы ойошторолдо.

Опубликовано

в

Сараға ғаиләләр республиканың бар төбәктәренән йыйылды. Кескәйҙәргә төрлө конкурстар, уйындар ойошторолдо. Байрамда ҡатнашыусылар былау менән һыйланды.

Байрамды Миловкалағы «Иман нуры» мәсете шәкерте доға уҡып башланы. Кескәйҙәр өсөн Ураҙа байрамының бында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Мәсеттә йәш быуынды ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла.

Ураҙа ғәйетендә ғаиләләрҙе бер майҙанға йыйыу ғәҙәти. Ете- һигеҙ йыл элек йөҙләп кеше килһә, быйыл иһә меңләгән. Кесе саҡтан дини тәрбиә алған быуын киләсәктә лә унан тайпылмай, ти диндарҙар.

Ғаиләләр күстәнәс менән килгән, улар өйҙә мәсет макеттары яһаған. Кескәйҙәр һүрәт төшөрҙө, буяны, конструкторҙар йыйҙы һәм башҡа күп төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашаты. Балалар һәм үҫмерҙәр хатта, тоҡ менән менән көрәште, тоҡ кейеп тиҙлеккә йүгерҙе.

Байрамға килеүселәр иман йортонда күмәкләп намаҙ уҡыны. Мәсет янындағы майҙанда ҙур ҡаҙандарҙа былау бешерелеп таратылды.

Мосолман донъяһының иң ҙур байрамдарының береһендә был сараға эләккән һәр кемдең күңелендә иман нуры балҡыны.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

ообщается со слов Абу Хурайры, что посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха, сказал: «Шесть вещей входят в число обязанностей мусульман по отношению друг к другу: если встретишь мусульманина, то поприветствуй его; если он пригласит тебя, ответь на его приглашение; если он попросит у тебя совета, дай ему совет; если он чихнёт и воздаст хвалу Аллаху, пожелай ему блага; если он заболеет, навести его; а если он умрёт, то проводи его (в последний путь)»

— аль-Бухари
Advertisement

В тренде