Бынан бер нисә йыл элек урындағы халыҡ ауыл имам-хатибын һайлап, ҡайтанан мәсет төҙөү тәҡдиме менән сыға. Иман йорто өс йыл эсендә үҫеп сыға. Яңы мәсеттәге тәүге намаҙ Ҡорбан ғәйетендә уҡылды.
Имәндәш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мәсет асыу тантанаһына килгән халыҡты мөнәжәт әйтеп сәләмләне. Был табын ырыуы башҡорттарының боронғо й олаһы. Ауылдаштар фольклор һәм дини поэзияны берләштергән әҙәбиәт жанрының тәрбиәүи әһәмиәте ҙур тигән фекерҙә. Сарала ҡатнашҡан балалар ҙа ҡунаҡтарға изге сүрәне яттан һөйләп үтте.
Иман йортоноң сафҡа инеүен имәндәштәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ул уртаҡ халыҡ көсө менән төҙөлгән. Тантанала мәсет төҙөлөшөнә айырыуса күп көс һалыусыларҙың исемдәре ҙур хөрмәт менән телгә алынды. Улар араһында ағас-таш сығарыусылар ҙа, эшселәрҙе аш-һыу менән һыйлаусылар ҙа бар. Шулай ҙа бөгөн эш тамамланған тип әйтергә иртәрәк, алда көндәрҙә мәсет биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһе тора.
Әйткәндәй, Салауат Ғәббәс улының Имәндәш ауылы мәсете имам-хатибы итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Ул заманныда төбәктең указлы муллаһы булған Яхъя Тоҙбәков нәҫеленән. Мәсет манараһы ҡолатылып, клубтар һәм мәктәптәр итеп үҙгәртелгән осорҙа ла ул дини йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға ирешә.
Бөгөн Башҡортостан аша үткән федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа 8 модулле мәсет эшләп килә. Киләһе айҙа улар тағы ла дүртәүгә артасаҡ. Имәндәш ауылы мәсете лә был яҡтарға килеүсе туристар өсөн уңайлы. Ә инде йәш ғаилә парҙарына никах уҡыу, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыу һәм башҡа изге ғәмәлдәр өсөн яңы мәсеттең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәсет асыу тантанаһы күмәк халыҡ ҡатнашлығында намаҙ уҡыу менән тамамланды.
БЮТ, Азат Галиуллин.