Мы в соцсетях

Новости районов

«Күңелдәргә шатлыҡ бирә изге Рамаҙан»

Опубликовано

в

Ҡыйғы районында Кесе Эйек йылғаһы буйында «Күңелдәргә шатлыҡ бирә изге Рамаҙан» тип аталған байрам үткәрелде. Был байрам имам — мөхтәсиб Илнур хәҙрәт Хәкимйәнов, Алағуз ауылы старостаһы Илнур Зарипов һәм райондың әүҙем йәштәре менән берлектә ойошторолдо.

Ойоштороусылар Алағуз халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, был сараның маҡсаты һәм әһәмиәте тураһында һөйләне. «Яҡташтарҙы иманға саҡырып, ауылдарҙы һәр яҡлап үҫтереү һәм берләштереү, мәхәлләләр төҙөү һәм мәсеттәрҙе йәнләндереү, йәштәргә дини белем биреү һәм ярҙам итеү кеүек пландар тора киләсәккә», — тип бүлеште үҙҙәренең пландары менән ойоштороусылар. Бындай осрашыуҙар, саралар йыл барышында уҙғарылырға планлаштырыла.

Байрам эсендә шулай уҡ маст — рестлинг, башҡорт уғынан атыу һәм башҡа уйындар ойошторолдо. Уларҙа олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Үрге Ҡыйғыла уңышлы эшләп килгән «Яугир» спорт клубы тренеры Айгиз Камалетдинов тәрбиәләнеүселәре ҡул һуғышы, греплинг буйынса сығыш яһаны. Улар күрһәткән төрлө алымдар бигерәк тә ауыл йәштәренә хуш килде.

Илнур хәҙрәт ислам дине һәм Рамаҙан айына арналған викторина үткәрҙе. Дөрөҫ яуап биреүселәр дини китаптар менән бүләкләнде. Алағуздарҙан хатта дүрт — биш китап отоусылар ҙа булды. Шулай уҡ урындағы мәсеткә китаптар һәм намаҙға өйрәнеү өсөн плакаттар тапшырылды. Был сара аҙағында уйын — ярыштарҙа ҡатнашҡандарҙың барыһы ла төрлө бүләктәр алып ҡыуанды. Ә һуңынан тирмә рәүешендә төҙөлгән аласыҡта ифтар уҙғарылды. Табын артында фәһемле нәсихәттәр әйтелде, урындағы мәхәлләне тергеҙеү мәсьәләһе ҡаралды, әңгәмә бик йәнле барҙы.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Передают со слов Абу Хурейры (да будет доволен им Аллах): «Поистине, вы будете стремиться к власти, а в День воскресения это станет причиной сожаления!»

— Бухари
Advertisement

В тренде