Мы в соцсетях

Ислам

Ҡәләм оҫталары көнө.

Опубликовано

в

14 июндә Өфө матбуғат йорто алдында Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторолған сара үтте.

Саҡырылған ҡунаҡтар, журналистар иң тәүҙә дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндең һәйкәленә сәскәләр һалды.
Артабан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған эшмәкәрҙәр бүләкләнде. Шулай уҡ БР Журналистар союзы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды.

Сараға Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының вәкилдәре лә килде. Райондар менән эш итеү бүлегенең етәксеһе Радик хәҙрәт Мирасов һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжының директор урынбаҫары Джәмил хәҙрәт Халирахманов журналистар менән әңгәмәләште, гәзит, журналдарға яҙылды.

Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Биргалин сараға килә алмаһа ла, ҡәләм оҫталарын онотманы.

«Мөхтәрәм ҡәләм ос̧талары! Һеҙҙе ихлас күңелдән Башҡорт матбуғаты көнө менән ҡотлайым!

Һеҙҙе Риза хәҙрәттең вариҫтары тиһәк, бер ҙә яңлыш булмаҫ!

Әлеге заманда тоғро һүҙҙең, уны еткерә белеүҙең ни ҡәҙәре мөһим булғанын бик яҡшы аңлайбыҙ. Журналист тәжрибәһенә һәм абруйына ышанабыз. Мәҡәләлә бер нисә йүнәлештең фекерен күрһәтеп үҙенең автор ҡарашын да белдерә белеү — оло оҫталыҡтыр.

Һеҙгә эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем! Аллаһ Тәғәлә илһам сығанаҡтарын асһын, яҙылыусылар, һеҙҙе уҡыусылар һанын арттырһын. Үҙем дә башҡорт милли матбуғатына яҙылам, бөтөн душ̧тарымды ла яҙылырға саҡырам» — тип Айнур хәҙрәт журналистарҙы уҙенең социаль селтәр сәхифәләрендә ҡотлап үтте.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Мусульманин одевает в платье и пребывает под защитой Аллаха, пока на том остается хоть ниточка от этого платья. Если мусульманин одевает в платье другого мусульманина, которому нечего надеть, то Аллах оденет его в зеленые одеяния Рая. Если мусульманин кормит другого мусульманина, которому нечего есть, то Всевышний Аллах накормит его плодами из Рая. Если мусульманин напоит другого мусульманина, страдающего от жажды, то Всевышний Аллах напоит его вином из запечатанных бутылей».

— Ахмад, также передан от Абу Саида и от ат-Тирмизи
Advertisement

В тренде