Мы в соцсетях

Ислам

Ҡөръән Кәрим мәғәнәләре замана башҡорт телендә

Опубликовано

в

Ҡөръән Кәрим мәғәнәләре замана башҡорт телендә сығарыласаҡ. Башҡортостан Мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин иртәнге «Сәләм» тапшырыуында яңы проект тураһында әйтте.

— Ҡөръән Кәрим — бөтмәҫ шишмә, тәрән аҡыл концентраты. Шуға ла, уны аңлар өсөн һәм көндәлек йәшәүҙә тотонор өсөн һәр бер телдә уның тәфсирен һәм мәғәнәүи тәржемәһен быуат һайын яңыртып торалар.

Изге Китап сәхифәләрендәге хазина замана теле менән, аңлайышлы рәүештә асыҡланырға тейеш.

Булған Ҡөръән тәржемәһе — башҡорт теленең гәүһәрҙәре араһында, әлбиттә. Дин белеме яғынан да бөтә талаптар үтәлгән. Шуға ла ул үҙ вазифаһын тулыһынса үтәгән.

Хэзерге замандашыбыҙға ул телде аңлауы ауырыраҡ — бигерәк үҙенсәлекле, боронғо һүҙҙәр, телмәр үҙенсәлектәре тотонола.

«Беҙ Ҡөръәндең асыҡ, аңлайышлы ғәрәп телендә төшөрҙөк» тигән Аллаһ Тәғәлә. Шуға беҙ ҙә яңы Ҡөръән мәғәнәләре тәржемәһендә асыҡ, аңлайышлы башҡорт телен тотонасаҡбыҙ.

Был проектты эшләгәндә күрше Татарстан ғалимдарыбыҙ ҙа тәжрибәләре менән уртаклашты — Аллаһ уларҙың хеҙмәтенән дә риза булһын.

Тик татар теленең үҙенсәлектәре бар — башҡорт теленән айырыла. Шуға ла беҙ Изге Китап мәғәнәләрен башҡортса баҫтырырға булдыҡ.

Әле мәғәнәләр тәржемәһен Ҡыйғылы Айҙар етәкселегендәге филологтар командаһы алып бара. Әлбиттә, улар һәр бер тәржемәләрен ғалимдарыбыҙ менән кәңәшләшеп эшләй.

Был проект Башҡортостан Диниә назараты алған йүнәлештең дауамы. Әле беҙ интернетта 100 сәғәтлек башҡорт һәм рус телендә дин дәрестәре программаһын әҙерләнек һәм тәҡдим итәсәкбеҙ.

Динебеҙҙе, әлбиттә, тыуған телдә өйрәнеү хәйерлерәк. Әсә телмәрендә ғилем алған күңелдәр йомошарыр һәм динебеҙҙең иң күркәм гәүһәрҙәренә ирешә алыр.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

«Любой властитель, который будет управлять делами мусульман, но не станет ни трудиться изо всех своих сил ради их блага, ни сердечно относиться к ним, не войдёт с ними в Рай».

— Муслим
Advertisement

В тренде