Ислам

Республика мәсеттәре Башҡорт телендә халыҡ-ара диктанты акцияһына ҡушылды

Опубликовано

в

Республика мәсеттәре Башҡорт телендә халыҡ-ара диктанты акцияһына ҡушылды. Текстты Башҡортостан Мөфтөйө Айнур Хәҙрәт Биргалин укыны.

— Тыуған телде белеү һәм тотоноу — тамырҙарҙы һаклау тимәктер. Халҡыбыҙҙың бай тарихы һәм мәҙәни ҡомартҡыһы телебеҙҙә сағылған. Бөгөн уҡылған текст темаһы ла бик мөһим: балага исем һайлау әһәмиәтен беҙ бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ, — тине Айнур хәҙрәт.

Йәмғеһе мәсеттәрҙә йөҙҙән артыҡ ҡатнашыусы булды. Көйөргәҙе районы һәм Өфөнөң Ихлас мәсете — диктантта иң әүҙем ҡатнашҡандар араһында.

Добавить комментарий

В тренде

Copyright © 2022 ДУМ Республики Башкортостан