Мы в соцсетях

Ислам

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡабаттан тергеҙелеүгә 30 йыл.

Опубликовано

в

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты тарихы ике дәүер кисерә. Ул бынан бер быуат элек барлыҡҡа килә һәм, теүәл 30 йыл элек ҡабаттан тергеҙелеп, үҙ эшен дауам итә.

1917 йылдың 8 декабренән 20 декабренә тиклем Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт ойоштороу съезында Диниә назартын булдырыу мәсьәләһе күтәрелә. Был съезд 1917 йылдың 15 ноябрендә Үҙәк башҡорт шураһы иғлан иткән Башҡортостандың территориаль автономияһын раҫлай һәм Башҡорт хөкүмәтен ойоштора, уның составына дини эштәр буйынса идаралыҡ та инә, уның етәксеһе итеп Сәғит Мерәҫов тәғәйенләнә. Диниә назаратының проектын әҙерләүҙә билдәле дин әһеле, ғалим, яҙыусы һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов та ҡатнаша. Рәсми рәүештә беренсе мөфтөй булып 1918 йылда Шаһишәриф Мәтинов һайлана. Ошо ваҡыттан алып Диниә назаратын Сәғит Мерәҫов, Мансур Халиҡов, Мөтиғулла Ғатауллин, Мотаһар Камалетдиновтар мөфтөй вазифаһында етәкләй. Атеизм хөкөм иткән 30-сы йылдарҙың аҙағында назарат үҙ эшен туҡтатып торорға мәжбүр була.

1992 йылдың 21 авгусында Өфө йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Нурмөхәмәт хәҙрәт һәм «Урал» ойошмаһы инициативаһы менән Өфөлә Диниә назаратын ҡабаттан тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн съезд үтә. Унда 300-гә яҡын вәкил ҡатнаша. Был йыйылышта бөтә делегаттар бер тауыштан Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының айырым Диниә назаратын булдырыу өсөн тауыш бирә. Съезда Диниә назаратының рәйесе (мөфтөй) итеп Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һайлана. Съезд делегаттары 1992 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы ҡарамағындағы дин эштәре буйынса советта теркәлгән Диниә назаратының уставын раҫлай.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

Сообщается от ’Укъбы, что пророк, мир ему и благословение Аллаха, сказал: «Мусульманин мусульманину брат, и не дозволяется мусульманину продавать своему брату вещь, в которой есть недостаток, если он не указал на него»

— Ибн Маджах 2/755
Advertisement

В тренде