Мы в соцсетях

Ислам

Йәштәр динебеҙ тураһында белемдәрен «Йомробаш»та һынанылар

Опубликовано

в

Башҡортостан Диниә назараты етәкселегендә ойошторолған «Йомробаш» зирәктәр клубының тәүге уйыны Өфөлә үтте. Илленән ашыу йәш егет һәм ҡыҙ туғыҙ команда булдырып  аҡыл көсөн һынарға майҙанға сыҡты. Йәш зирәктәрҙе Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин сәләмләне.

«Әлбиттә, йәштәрҙең ошолай аралашыуы бик мәслихәт. Быйыл беҙ „Самауырлы ритайымда“ ла осрашҡаныбыҙ бар. Бигерәк тә дин тураһында белемле булыуығыҙ ҡыуандыра. Бөгөнгө уйынды беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.а.с.) тормошонан башлап Башҡортостандың билдәле шәхестәренең ислам һабаҡтары менән тамамларбыҙ. Һорауҙар дини белемдәрҙең төпкөлөнә кермәй, ләкин иң мөһим нөктәләргә иғтибарҙы йүнәлтә Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем!» —тине Айнур Бирғәлин һәм ҡыҫҡа мәғлүмәттәр менән динебеҙ тураһында, Рабиуль Әүүәл айы һәм Мәүлит тураһында аңлатып үтте.

Йомробаш уйыны ҡағиҙәләре буйынса биш раунд ойошторолдо: «Пәйғәмбәребеҙ тормошонан», «Изге китап», «Дин нигеҙҙәре», «Пәйғәмбәрҙәр», «Башҡортостан».

Ҡатнашҡан төркөмдәрҙең дә исемдәре есеменә тап килә: «Егеттәр», «Байраҡтар», «Ғәҙеллек», «Текә бүреләр», «Гүзәлиә», «Твердышев (Йылайыр заводын ҡороусы эшҡыуар) исемендәге команда», «Урал аръяғы», «Харрасов командаһы» һәм «Ҡәләм».

Йылайыр йәштәре ойошмаһының етәксеһе «Твердышев исемендәге команда» капитаны Йәнбикә Ғәлиәкбәрова әле медуниверситетта уҡый һәм бындай уйындар зиһенде тонуста тоторға ярҙам иткәнен билдәләй.

«Әлбиттә, бындай зиһен ярыштарында дөйөм эрудицияны һынайһың. Билдәле өлкәлә профессионал булыу менән бер йәһәттән беҙ, йәштәр, көнкүреш даирәбеҙҙе лә киңәйтергә тейешбеҙ. Ошондай осрашыуҙар үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә тейешле урындарҙы ла күрһәтә,» — ти.

Краснокама районынан килгән команданың етәксеһе Эльвира Кәбирова осрашыуҙарҙың ижтимағи файҙаһын билдәләй:

«Интернет селтәрҙәренән сығып оффлайн аралашырға кәрәк, әлбиттә. Диниә назараты ойошторған ошондай саралар формаль булмаған мөхиттә аралашырға мөмкинлек бирә. Төрлө ҡараштағы йәштәр бер-береһе менән „реал“ да осрашыуҙары бәйләнештәрҙе киңәйтә,» — ти Эльвира туташ.

«Йомробаш» зирәктәр клубы уйындарында элек тә ҡатнашҡан Марат Ғәтиәтуллин динебеҙ темаһының бындай формала йәштәргә йүнәлтелеүен хуплай.

«Йомробаш ярыштары йыш ҡына билдәле темаларға ҡағыла. Әйтәйек, бынан алдағы тема „милләттәр араһы мөнәсәбәттәр“ ине. Һәм Диниә назаратының бындай инициатива менән сығыуы бик шәп. Сөнки ислам тураһында белмәгәндәр ҙә ошо ҡыҙыҡлы һорауҙар арҡаһында динебеҙ хаҡында билдәле мәғлүмәт эҙләй башларҙар,» — ти Марат.

Еңеүсе команданың капитаны Шәфҡәт Ғәбитов йәштәрҙең аралашырға теләгәнен дә билдәләне.

«Һуңғы осорҙа ошондай осрашыуҙар популяр булып бара. Башта тик Урал аръяғы йәштәрен йыйырға теләгәйнек, ләкин ярыш көнөндә командабыҙҙа бөтөн Башҡортостан вәкилдәре йыйылды,» — ти Шәфҡәт Ғәбитов.

Өс йыл элек «Йомробаш» клубын башлатҡан Рөстәм Абдразаҡов уйынды «онлайн» форматҡа күсерергә уйламағанын билдәләне.

«Беҙ „Йомробашты“, „Самауырлы ритайымды“ осрашыу мөхите, тип башланыҡ һәм уны уңышлы итеп алып барабыҙ. Был уйында һәр бер ҡатнашыусыны еңеүсе тип әйтергә була: осрашыуға килдеңме —тимәк, еңдең! Айырыуса шуны ла билдәләйһем килә — Башҡортостан диниә назараты йәштәр менән мөнәсәбәтте ныҡ тота. Бының өсөн мөфтиәткә айырым рәхмәттәр ҙә әйтергә кәрәк,» — тине Рөстәм Абдразаҡов.

Читать дальше
Добавить комментарий

Оставить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Хадис дня

«Помогай своему брату независимо от того, притеснителем он является или притесняемым». Люди спросили: «О Посланник Аллаха, мы станем помогать притесняемому, но как же мы можем помочь притеснителю?!» Пророк (мир ему и благословение Аллаха) сказал: «Схватить его за руки»».

— Бухари
Advertisement

В тренде